Dataset Viewer
Auto-converted to Parquet Duplicate
text
stringlengths
401
90.8k
Владимир Путинды Финляндия Президенты Саули Ниинистё көтә ине. Хельсинкиҙағы күркәм һарайҙа барған һөйләшеүҙәрҙән һуң, ике Президент журналистар һорауҙарына яуап бирҙе. Унан һуң катерға ултырып Свеаборг ҡәлғәһендәге причалға киттеләр һәм аралашыу шунда дауам итте. Ниинистё әфәнде беҙҙекен русса сәләмләп ҡаршыланы. - Бе...
Был күңелһеҙ хәл үткән аҙнала Өфө ҡалаһында булды. Биологиянан бөтөн Рәсәй мәктәп олимпиадаһының төбәк этабына йыйылған 186 уҡыусы араһынан 13-ө кинәт кенә ауырып китеп, дауаханаға эләгә. Шундай уҡ симптомдар менән дауаханаға бер уҡытыусыны ла килтерәләр. Әлеге ваҡытта табиптар уларҙың һаулыҡ торошон “тотороҡло ауыр хә...
31 июлдә мосолмандар Ҡорбан ғәйетен билдәләй. 9-сы зөлхизә (30 июль) – Ғәрәфә көнө. Ошо көндө Ер шарының төрлө илдәренән ислам диненең бишенсе терәге булған хаж ғибәҙәтен үтәргә ниәт итеп килгән хажиҙар Ғәрәфәт тауында тороп доға, истиғфар (ғәфү һорау) ҡылып, тәлбиә (ләббәйкә) әйтеп, хаж ғибәҙәтенең икенсе фарызын үтәй...
25 ғинуарҙа Халыҡты социаль яҡлау республика үҙәгендә социаль ярҙам саралары тураһында граждандарға консультация ярҙамы күрһәтеү буйынса күп каналлы телефон номеры эш башланы. 25 ғинуарҙа Халыҡты социаль яҡлау республика үҙәгендә социаль ярҙам саралары тураһында граждандарға консультация ярҙамы күрһәтеү буйынса күп кан...
Бөгөн Башҡортостанда билдәләнгән Милли кейем көнө саралары Башҡортостандың Милли музейында ҡуйылған үҙенсәлекле, бай күргәҙмәнән башланып китте. Илде төрлө халыҡтарыбыҙ бөйөк итә Бөгөнгө байрам саралары Башҡортостандың Милли музейында ҡуйылған үҙенсәлекле, бай күргәҙмәнән башланып китте. Бында былтыр үткән II “Тамға” б...
Башҡортостанда туристик хеҙмәттәр күрһәтеү буйынса «ҡыҙыу элемтә» эшләй23 авгусҡа тиклем Башҡортостан Республикаһының Сауҙа һәм ҡулланыусыларҙың хоҡуҡтарын яҡлау буйынса дәүләт комитеты туристик хеҙмәттәр күрһәтеү һорауҙары буйынса «ҡыҙыу элемтәгә» шылтыратыуҙар ҡабул итә. Кәрәкле ярҙамды һәм консультацияны Өфөләге (34...
«Башҡортостан» концерт залы базаһында республиканың һәләтле балалары менән эшләү өсөн майҙансыҡ эшләй башлаясаҡ. Был проекттың инициаторы – Башҡортотсан Республикаһы Башлығының мәҙәниәт һәм сәнғәт буйынса кәңәшсеһе, Башҡортостандың халыҡ артисы Асҡар Абдразаҡов. «Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, бөтә атай-әсәйҙәр ҙә профессиональ муз...
“Аяғымдың балтырҙарында ун тинлек ҙурлығындағы таптар барлыҡҡа килде, улар һыҙлап тороп ауырталар ине. Бер заман улар ярылып асыҡ яраға әүерелә башланы. Әсәйем иһә түбәндәге сараны ҡулланды...” Беҙгә әүҙем уҡыусыбыҙ үҙе менән булған ваҡиғаны яҙып ебәргән. Уның кәңәшенең, бәлки, һеҙгә лә файҙаһы тейер. “Бала саҡта көтмә...
Бибисара Азаматованың бөгөн тыуған көнөУл халыҡсан, ҡабатланмаҫ моң эйәһе, күптәрҙең яратҡан йырсыһы. Һеҙҙе ихлас күңелдән ҡотлайбыҙ! Йәшендәрҙәй йәшнәп йәшәргә, тағы ла илһамланып ижад итергә яҙһын, һеҙгә, Бибисара апай! Халыҡсан, ҡабатланмаҫ моң эйәһе, күптәрҙең яратҡан йырсыһы Бибисара Азаматованың бөгөн тыуған көнө...
«Ветеран» үҙәгендә Урал аръяғының социаль хеҙмәтләндереү үҙәктәре етәк-селәре ҡатнашлығында семинар үтте. Сарала Сибай, Өфө ҡалаларынан, Баймаҡ, Йылайыр, Хәйбулла, Ейәнсура райондарынан килгән вәкилдәр үҙ-ара тәжрибә уртаҡлашты, ҡайһы бер мәсьәләләр хаҡында һөйләштеләр һәм артабанғы үҫеш пландары хаҡында һүҙ алып барҙы...
Асҡын районы һәм унда урынлашҡан данлыҡлы "Танып" шифаханаһы, "Берҙәм Рәсәй" партияһының "Беҙҙең хәстәр" хәйриә проекты сиктәрендә, табиптар һәм шәфҡәт туташтары өсөн биш тонна минераль һыу оҙатасаҡ. Асҡын районы һәм унда урынлашҡан данлыҡлы "Танып" шифаханаһы, "Берҙәм Рәсәй" партияһының "Беҙҙең хәстәр" хәйриә проекты ...
Стакан тирәһе ҡайнар һыуға ике стакан тирәһе ондо ҡушып бутайбыҙ ҙа, шәкәрҙе самалап һалып, ике йомортҡа, йөҙ грамм самаһы иретелгән аҡ май, ярты сәй ҡалағы самаһы һүндерелгән сода, бер аш ҡалағы майонез һалып, кәрәгенсә он өҫтәп ҡамыр баҫабыҙ. Төрлө эслек һалып бәлеш, ләүеш, өсмөйөш, бөйөрөк бешереү өсөн дан ҡамыр сығ...
Рәсәй хөкүмәте фавипиравирҙы йәшәү өсөн мөһим дарыуҙар исемлегенә индерҙе. Тимәк, дәүләт уның хаҡын көйләй, ул аҙыраҡ арзанайырға тейеш. Рәсәй хөкүмәте фавипиравирҙы йәшәү өсөн мөһим дарыуҙар исемлегенә индерҙе. Тимәк, дәүләт уның хаҡын көйләй, ул аҙыраҡ арзанайырға тейеш. Яңы коронавирус инфекцияһын дауалауҙа ҡулланыл...
Бөгөн Өфөлә буласаҡ плей-оффтың алтынсы осрашыуында «Салауат Юлаев» командаһы капитаны Григорий Панин уйында ҡатнашмаясаҡ. Сөнки КХЛ-дың дисциплинар комитеты быға тиклем «Авангард» менән уҙған бәйгеләге тәртипһеҙлеге өсөн уны өс уйындан ситләтергә тигән ҡарар сығарҙы. Дөрөҫ, ҡиғиҙә боҙоусыларға яза кәрәк, әммә хоккей у...
Асҡын районының Солтанай ауылында йәшәүсе Земфира һәм Зөлфәт Хәлитовтар — матурлыҡҡа ғашиҡ, уңған, булдыҡлы ғаиләләрҙең береһе. Хәлитовтарҙың ихатаһына барып инһәң, ундағы бөхтәлеккә, матурлыҡҡа хайран ҡалаһың. Иртә яҙҙан алып көҙгә тиклем береһенән-береһе матур сәскәләр күҙҙе иркәләй. Ниндәйҙәре генә юҡ уларҙың: ирис,...
Башҡортостанда был проект июлдә старт ала һәм ноябргәсә дауам итәсәк. Проект майҙаны 68 компетенцияла 15 бүлеккә бүленеп уҙғарыла. Уҡыусыларға һайлаған һөнәрҙәрендә үҙҙәрен һынап ҡарау тәжрибәле белгестәр етәкселегендә уҙғарыласаҡ. Мәктәпте тамамлап, ҡулдарына өлгөргәнлек аттестаты алған йәштәргә һөнәр һайлауҙа ярҙам и...
Коронавирус ғүмерҙәрҙе өҙә-өҙә сигенә: һуңғы тәүлектә унан тағы дүрт яҡташыбыҙ вафат булған. Афәтле сирҙән донъя ҡуйыусылар 269 булып китте. 26 февралгә ҡарата Башҡортостанда коронавирус йоҡтороуҙың йәмғеһе 28 305 осрағы теркәлгән. Үткән тәүлектә инфекция 140 ауырыуҙа асыҡланған. Әле стационарҙарҙа 236 сырхау был шәфҡә...
Коронавирустың яңы штамы – “Цербер” йөрөй арабыҙҙа. Шулай уҡ “Омикрон BQ.1” тип аталған варианты ла теркәлгән. Улар башҡаларына ҡарағанда шәберәк тарала. Яңы вирус тиҙ тарала Әле COVID – 19 Рәсәйҙең 20 төбәгендә көсәйгән икән. Шул иҫәптән, Мәскәү ҡалаһы һәм өлкәһендә лә. Һуңғы ике көндә беҙҙә лә йоҡтороусылар һаны артҡ...
Стәрлетамаҡ холоҡ төҙәтеү учреждениеһында ләләләрҙән күҙҙәр ҡамаша. Хөкөм ителгән ҡатын-ҡыҙҙар тәрбиәләгән ике меңдән ашыу сағыу сәскә иректәге аҫыл затты һөйөндөрҙө. Тотҡондағы ҡатын-ҡыҙ ҙа матурлыҡты ярата һәм һоҡлана белә. Сәскә үҫтереүҙән тыш, колония йәшелсә һәм үҫентеләр үҫтереүҙә махсуслаша. Ҡатын-ҡыҙ ҡайҙа ла ҡ...
8 июль–Ғаилә, мөхәббәт һәм тоғролоҡ көнө Әжекәй ауылынан Рәфизә һәм Фидаил Ғәтиәтуллиндар – сәстәрен сәскә бәйләгән көндән алып матур донъя көтөп, пар күгәрсендәрҙәй гөрләшеп, берҙәмлектә, татыулыҡта ғүмер кисереүсе, үҙ көстәре һәм тырышлыҡтары менән етеш тормошҡа ирешкән, балаларын йәмғиәттең лайыҡлы граждандары итеп ...
Япон ҡатын-ҡыҙҙарының һомғоллоғона, әсәй, хатта өләсәй булғанда ла тәбиғи матурлыҡтарының 18 йәшлек ҡыҙҙарҙыҡы кеүек булыуҙарына күптәр һоҡланып та, аптырап та ҡарай. Бындай оҙон ғүмерле йәшлектең сере нимәлә икән? Ҡояшлы илдә йәшәһәләр ҙә, япон һылыуҙары тиреләрен ҡояш нурҙарынан һаҡлайҙар, ҡыҙыныу улар өсөн бөтөнләй ...
Һатыуға сығарылған малды һуйыу проблемалары хаҡында күп яҙҙыҡ. Яңыраҡ ҡына районда Башҡортостан Республикаһының ветеринария идаралығы начальнигы Азат Салауат улы Йыһаншин граждандарҙы шәхси һорауҙары менән ҡабул иткәйне. Һатыуға сығарылған малды һуйыу проблемалары хаҡында күп яҙҙыҡ. Яңыраҡ ҡына районда Башҡортостан Рес...
Һуңғы ҡыңғырау сыңы сыңлап, сығарылыш синыф уҡыусыларын яңы тормош үрҙәренә әйҙәй. Быйыл ул башҡасараҡ – интернет селтәре аша яңғыраһа ла, уның тауышы онотолмай, мәңге йөрәк түрендә һаҡланыр. Быйыл баш ҡалабыҙҙың Фатима Мостафина исемендәге 20-се башҡорт гимназияһын 41 ҡыҙ һәм егет тамамлай. – Ун беренселәр әүҙемлектәр...
Өфөлә, «Торатау» конгрес-холында, V Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы — башҡорт халҡының бар донъянан йыйылған вәкилдәренең йыйыны үҙ эшен башланы. Тарихи милли форум 1995 йылдан алып ойошторола. Маҡсаты — башҡорт халҡын берләштереү, этномәҙәни үҫтереү, милли берҙәйлекте һаҡлау, башҡорттарҙың үҙенсәлекле мәҙәниәтен үҫте...
15 майға оператив мәғлүмәттәр буйынса, Башҡортостанда 1874 коронавирус инфекцияһы менән ауырыусы иҫәпләнә. Тәүлек эсендә улар 90-ға артҡан, тип хәбәр ителә стопкоронавирус.рф порталында. 1874 кешенең 524-е һауығып сыҡҡан, 16-һы вафат булған. Һуңғы тәүлектә республикала үлеү осраҡтары теркәлмәгән. Тәүлек эсендә Рәсәй тө...
16-17 апрелдә Красноусол ҡасабаһында милли киң матбуғат сараларының «Медиайыйын» форумы үтәсәк. Был турала “Башинформ” хәбәр итә. Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының матбуғат хеҙмәте хәбәр итеүенсә, программала бер нисә секция эше ҡаралған. Уларҙа республика, район баҫма һәм электрон милли матбуғаты мөхәррирҙәре, журна...
Республика мәктәптәрендә "Сәләмәт йылмайыу" тигән проект ғәмәлгә ашырыла башлай. Ул белем усаҡтарында теш табибы кабинеттарын булдырыуға йүнәлтелгән. Республика мәктәптәрендә "Сәләмәт йылмайыу" тигән проект ғәмәлгә ашырыла башлай. Ул белем усаҡтарында теш табибы кабинеттарын булдырыуға йүнәлтелгән. Төбәктең мәғариф мин...
Йәмәғәт транспортында юл йөрөүгә хаҡтарҙың күтәрелеүе яғыулыҡ-майлау материалдарына, автосервис һәм техник үҙәктәр хеҙмәттәренә, лизинг түләүҙәренә хаҡтарҙың артыуы менән бәйле. Йәмәғәт транспортына – яңы тарифтар “Башавтотранс” предприятиеһы һәм ҡайһы бер шәхси пассажирҙар ташыу ойошмалары транспортта йөрөүгә яңы тари...
Өфөлә В.И.Ленин исемендәге майҙанда 21 ноябрҙә төндә баш ҡаланың төп шыршыһын ҡуйҙылар. Ҡаланы йәшелләндереү хужалығы хеҙмәткәрҙәре урман ҡупшыҡайын Благовещен районынан килтергән. Ғәҙәттәгесә, Яңы йыл шыршыһын ҡалаға ингән ерҙә 14 Ҡыш бабайҙан һәм Ҡарһылыуҙан – Өфөнөң ете районы вәкилдәренән торған делегация ҡаршы алд...
Бөтәбеҙгә лә мәғлүм булыуынса, 2019 йыл Рәсәйҙә Театр йылы тип иғлан ителде. Мәҙәниәттең йөрәге, милләттең рухи терәге һаналған театр темаһы бер быйыл ғына көн үҙәгенә сыҡмай, әлбиттә. Театр сәнғәтен үҫтереүгә йүнәлтелгән исемле йыл профессиональ кимәлдәге генә түгел, үҙешмәкәр кимәлдәге йәки халыҡ театрҙары өсөн дә өр...
Рәсәйҙә пенсия йәшен ҡатын-ҡыҙҙар өсөн - 63, ир-егеттәр өсөн 65 йәшкә тиклем күтәреү тәҡдим ителә. Чиновниктар был пенсия реформаһынан һуң ил халҡы яҡшыраҡ йәшәй башлаясаҡ, тип вәғәҙәләй. Йәғни пенсия йәше артыу менән әлеге хаҡлы ялдағыларға түләүҙәрҙе күтәреү ҡарала. Хөкүмәт ниңә пенсия йәшен күтәреү аҙымына бара һуң?...
27 февралдә Күмертауҙың Күмерселәр мәҙәниәт һарайында Татарстандың атҡаҙанған артисы, Халыҡ-ара һәм республика конкурстары лауреаты Айгөл Һағынбаеваның концерты буласаҡ. Ошо уңайҙан тиҙ арала Башҡортостан һәм Татарстан тамашасыһы һөйөүен яулап алырға өлгөргән, Учалы районы һылыуы, моңло тауышлы йырсы менән әңгәмә тәҡди...
26 сентябрҙә баш ҡаланың Х. Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһында «Әбйәлилем – биш ырыу төйәге» концерт программаһы менән беҙҙең район әртистәре сығыш яһай. Муниципаль берәмектәр араһында Башҡортостан Республикаһына 100 йыл тулыуға арналған «Башҡортостан тарихы биттәре» республика халыҡ ижады фестиваль-мара...
Ҡырым Республикаһының баш ҡалаһында Симферополдә Марсель Сәлимовтың (Мар. Салим) «Аллалар менән һөйләшеү» («Разговор с богами») тигән яңы китабы баҫылып сыҡты. «Таврида» заманса нәфис тәржемә үҙәге проекты буйынса сыҡҡан баҫма «Өлөш» нәшриәтендә донъя күрҙе. Ҡырым Республикаһының баш ҡалаһында Симферополдә Марсель Сәли...
Журналды асыу менән Бишбүләк районының Һарайлы-мең ырыуына ҡараған Айыт ауылы мәктәбендә үткән әҙәби саранан мәҡәләне һәм “Бөтөн синыф менән – “Аманат”ҡа!” акцияһына ҡушылыусы синыфтарҙы күрәбеҙ. “Тиҫтерҙәрең ижады” рубрикаһында “Башҡортостан беҙҙән башлана” шиғриәт һәм “Ижад ҡомары” сәсмә әҫәрҙәр бәйгеһендә ҡатнашыусы...
Рәсәй Ҡулланыусылар хоҡуҡтарын күҙәтеү хеҙмәте мәғлүмәттәре буйынса Рәсәйҙә һуңғы тәүлектә COVID-19 вирусын йоҡтороусылар тағы ла 3 мең 448-гә артҡан. Кисә 3 мең 388-гә күбәйгәйне. Шулай итеп, Рәсәй Федерацияһында коронавирус менән сирләүселәр бөгөнгә бөтәһе 27 мең 938 кеше булып китте. 2 мең 304-е һауыҡҡан. Һуңғы тәүл...
Ҡарағаттарығыҙ бештеме? Беҙҙеке беште! Ҡарағаттан нимә генә эшләмәйбеҙ: компот ябабыҙ, туңдырабыҙ. Ҡурай еләге менән иҙеп туңдырһаң да ныҡ тәмле! Быйыл ҡарағат мул булды, уңышты исрафламай йыйып, ҡышҡылыҡҡа әҙерләп ҡалайыҡ. Үҙем яратып эшләгән ҡайнатманың рецебы менән бүлешәм. Был ҡайнатма желе һымаҡ килеп сыға, банка ...
Наилә Сәғәҙиева үткән йылдың авгусында Красноусол ауылында кейем тегеү ательеһы аса. “Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ һәм шәхси эшҡыуарлыҡ башланғысына ярҙам” милли проекты сиктәрендә уға республика ҡаҙнаһы иҫәбенән 200 мең һум субсидия бирелә. #миллипроект #национальныепроекты #нацпроекты #нацпроектыБашкортостан Наилә Сәғ...
Башҡортостан Ленинград өлкәһе менән бер рәттән ауыл ипотекаһы программаһында ҡатнашыу әүҙемлеге буйынса алдынғылыҡты яулай. Башҡортостан Ленинград өлкәһе менән бер рәттән ауыл ипотекаһы программаһында ҡатнашыу әүҙемлеге буйынса алдынғылыҡты яулай.Өс ай ғәмәлдә булған “Ауыл биләмәләрен комп­лекслы үҫтереү” дәүләт програ...
“Коммерсант” баҫмаһы белдереүенсә, тиҙҙән гарантияланған пенсия планы сиктәрендә аҡсаны пенсия алыу өсөн балдарға йәки страховкалы стажға әйләндереү мөмкинлеге барлыҡҡа киләсәк. Ә гарантияланған пенсия планы – ул әле Рәсәй Үҙәк банкы менән илдең Финанстар министрлығы әҙерләгән пенсия йыйылмалары. Әгәр граждандың хеҙмәт...
Каникулдар үтер ҙә китер. Ял итергә лә, һыу инергә лә, дуҫтарға ҡунаҡҡа барырға ла, емеш-еләк йыйырға ла өлгөргәнһегеҙҙер, йәш дуҫтарыбыҙ. Ә китап? Китап уҡырға ваҡыт таптығыҙмы? Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡортостан "Китап" нәшриәте һеҙгә шатлыҡлы хәбәр еткерә. "Мәктәп китапханаһы" серияһында исеме киң билдәле, әҫәрҙ...
15 февралдә Хөкүмәттәге оператив кәңәшмәлә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Башҡортостан Республикаһы вице-премьеры, ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министры Ленара Иванованың Һаулыҡ һәм әүҙем оҙон ғүмер йылын уҙғарыу планы тураһында докладын ҡабул итмәне. 15 февралдә Хөкүмәттәге оператив кәңәшмәлә Башҡортост...
Бөгөн Рәсәй Йәмәғәт телевидениеһында (ОРТ) Өфө ваҡыты буйынса көндөҙгө сәғәт 2-нән башлап «Башҡортостан Республикаһы көнө» бара. Рәсәй Йәмәғәт телевидениеһында – Башҡортостан көнө Бөгөн Рәсәй Йәмәғәт телевидениеһында (ОРТ) Өфө ваҡыты буйынса көндөҙгө сәғәт 2-нән башлап «Башҡортостан Республикаһы көнө» бара. Республика ...
Ырымбур-Силәбе яҡтарында урынлашҡан Уй йылғаһы буйында, сик һағында хеҙмәт иткән башҡорт һалдаттары сығарған “Уйыл” йыры ошо көндәрҙә татар телендә яңғыраны. Был төрлө уйҙарға этәрҙе. Берәүҙәр уны башҡорт халыҡ йырының популяр була барыуы тип аңлаһа, икенселәр халыҡ мираҫына ҡул һуҙыу тип борсолдо. Сибай концерт-театр ...
Баш ҡалабыҙҙың 5-се балалар поликлиникаһына «Һаулыҡ һаҡлау» милли проекты сиктәрендә яңы ҡоролмалар алынды Һаулыҡ һаҡлау министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, Японияла яһалған электроэнцефалограф NeuroFax EEG-1200К – юғары эксперт класлы һанлы система, ҡулланыуҙа ла бик ябай. Дауалаусы табип ЭЭГ-тест үткәреүҙе быума тотҡан...
Биш кис дауамында намаҙҙар уҡылды, ифтарҙар (киске ашау) уҙғарылды. “Рамаҙан сатыры”на көн һайын күрше райондарҙан имамдар килде. Шулай уҡ БР мосолмандары Диниә назаратының йәштәр бүлеге Рамаҙан айына бағышланған байрам концерты ойошторҙо, “Наил хажи” мәсетенең 20 йыллығына арнал-ған “Мөнәжәттәр” конкурсы үтте. Сараның...
“Экохәстәрлек” сиктәрендә уҡыусылар өсөн махсус дәрестәр, оҫталыҡ дәрестәре, экодәрестәр ойоштороласаҡ. Белем көнөндә мәктәптәрҙә “Беҙҙе уратҡан бар нәмә – экология” исеме аҫтында интерактив дәрес үтәсәк. Айгөл ЙӘМИЛЕВА. Читайте нас в © «Аҡбуҙат» - Мәктәпкәсә йәштәге һәм башланғыс класс уҡыусылары өсөн әҙәби-нәфис журн...
Әғүҙү бикәлимәәтил – ләһиттәәммәти мин ғаҙабиһи үә шәрри ғибәдиһии үә мин һәмәзәтишшәйәәтыыни үә ән йәхдуруун. Мәғәнәһе: “Алланың ғазабынан, бәндәләрҙең насарлыҡтарынан, шайтандарҙың һәр төрлө яуызлыҡтарынан һәм бәйләнеүҙәренән Алланың бөтә кәлимә һүҙенә һыйынам”. Йоҡоһоҙлоҡтан интеккәндә Аллаһүииә ғаратин -нүжмү үә һә...
Ирекмәндәр башҡа кешеләргә ярҙам итeр өсөн үҙҙәренең ваҡыты менән уртаҡлаша. Ә шулай ҙа улар өсөн иң мөһиме - шәфҡәтлелек, изгелек кеүек сифаттарға эйә булыу, кешеләр менән аралаша белеү, кәрәк саҡта ярҙам ҡулы һуҙыу. Йәш ирекмән, студент Александра Савинаға ла тап ошо һыҙаттар хас. Александра 2012 йылда тире-венеролог...
Йыл һайын 27 майҙа илебеҙҙә Китапханалар көнө билдәләнә. Был матур көн Рәсәйҙең бөтә китапханасыларының һөнәри байрамы. Районыбыҙҙа бөгөнгө көндә 30 китапхана эшләп килә. Уларҙың араһында етәүһе моделле статусын алған, 4 китапхана куп функциялы үҙәк составына ингән. Бөтә китапханалар ҙа интернет һәм компьютер менән тәъ...
15 февралдә Өфө ҡалаһының “Торатау” конгресс-холында баш ҡалала уҡыусы Ғафури районы студенттары менән осрашыу була. Сараға Өфөлә йәшәүсе яҡташтар ҙа саҡырыла. Бар мәшәҡәттәрегеҙҙе ташлап, бер осрашыу үҙе бер ғүмер тип осрашыуға килегеҙ, күрегеҙ, аралашығыҙ! Программала күргәҙмәләр, төрлө тематик майҙансыҡтар, концерт ...
1974 йылдың 17 сентябрендә Яңы Усман ауылында тыуған. Юғары белемле – 2008 йылда ситтән тороп Башҡорт дәүләт аграр университетының зоотехния бүлеген тамамлаған. Хеҙмәт юлын “Үрнәк” совхозында төрлө эштәр башҡарыусы булып башлаған. 1992 йылда “Йылайыр” совхоз-техникумына уҡырға инә. 1992-1994 йылдарҙа армияла хеҙмәт итә...
Өфөлә Йәйге Халыҡ-ара балалар уйындары дирекцияһының офисы асылды. Ул Зәки Вәлиди урамы, 1 адресы буйынса, «Торатау» конгресс-холы ҡаршыһында урынлашҡан. Офис Халыҡ-ара балалар уйындарын ойоштороу комитетының эше өсөн тәғәйенләнгән. Майҙансыҡ кәңәшмәләр үткәреү һәм ҡунаҡтарҙы ҡабул итеү өсөн барлыҡ кәрәкле ҡорамалдар м...
Иҙел башының сағыу, үҙенсәлекле ижади коллективтары күп йыллыҡ традициялары менән районда ғына түгел, республикала ла киң билдәлелек яулаған. Күләмле эштәр башҡарыла Райондың һәр ауылында тиерлек ижади үҙәктәр - 40 ауыл мәҙәниәт усағы бар. Мәҙәниәт идаралығының яйлы эше ыңғай һөҙөмтәләр бирә. Шулай ҙа мәҙәниәт усаҡтары...
Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Ғафури районында уҙған башҡорт теле уҡытыусыларының төбәк-ара форумында башҡорт телен өйрәнеүгә сертификат индерергә тәҡдим итте. Уның фекеренсә, сертификат алыу өсөн етди һынау тоторға кәрәк. Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Ғафури районында уҙған башҡорт теле уҡытыусыларының төбәк...
Һыйырҙарҙан алынған һөттөң миҡдары көтөүселәрҙең эшенә туранан-тура бәйләнгән. Сөнки малды ваҡытында һәм туйғансы ашатһаң, тейешенсә тәрбиәләһәң генә, мул продукцияға өмөт итеп була. Һыйырҙарҙан алынған һөттөң миҡдары көтөүселәрҙең эшенә туранан-тура бәйләнгән. Сөнки малды ваҡытында һәм туйғансы ашатһаң, тейешенсә тәрб...
Күрше Айраттың урам буйында, ҡоймаһы менән юл араһында, тотошлайы һап - һары, йомшаҡ ҡына бәпембәләр үҫә. Бөтә ерҙә тәртип яратҡан егет инде өсөнсөгә триммеры менән һелтәнеп йөрөй. - Ңиңә тағын тырылдығыңды сығараһың инде, туғаным? - Газон һымаҡ булһын, апай! - Ун көн эсендә өсөнсөгә сабаһың бит? - Шулай шул, үҙемә лә ...
Архангел районының Айытмәмбәт ауылында Амур М. оло йәштәге ир менән ҡатынды янғындан ҡотҡарған. Үҙенең ғүмерен ҡурҡыныс аҫтына ҡуйып, янып торған йортҡа ингән һәм пенсионерҙарҙы сығарған. "Архангел хәбәрҙәрҙәре" гәзите яҙыуынса, был хәл ноябрь башында була. Янғын соландан сыға һәм тиҙ арала өйҙө ялмай. Ут ҡамауында ҡал...
End of preview. Expand in Data Studio
README.md exists but content is empty.
Downloads last month
2